Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, быйыл республикала 31 мәктәпте ремонтлау күҙ уңында тотола, уларҙың алтауһында (Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында) мәктәптәр ағымдағы йылда уҡ яңырасаҡ, ә ҡалған 25 учреждениела ремонт ике йыл дауам итәсәк. 2025 йылда тағы ла 8 мәктәп ремонтланасаҡ.
“Ошо маҡсатта 2024-2025 йылдарҙа федераль бюджеттан 3,335 млрд һум аҡса йәлеп итәсәкбеҙ. Был беҙҙең мәғариф системаһына ныҡлы ярҙам буласаҡ”, - тип билдәләне Радий Фәрит улы.
Федераль программа буйынса 2022 һәм 2023 йылдарҙа Башҡортостанда 140 мәктәптә ремонт башҡарылған.
Был программа сиктәрендә ике йыл эсендә республикала 140 мәктәп бинаһы модернизацияланған, ә 2026 йылдың аҙағына тиклем төбәктә бөтәһе 214 уҡыу йорто яңыртыласаҡ.
Бынан тыш, Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы 2025 – 2027 йылдарға тағы 360 мәктәп бинаһын капиталь ремонтлауға өҫтәмә ғариза ебәргән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан төҙөлгән һәм ремонтланған мәктәптәр һәм балалар баҡсалары һаны буйынса илдә алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде.
Фото: асыҡ интернет селтәренән алынды