Бик матур скульптураларҙы, барельефтарҙы Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, самбо буйынса спорт мастеры Салауат Щербаков ижад иткән.
Көрәш һарайы – Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған төҙөлөштәрҙең береһе. Ул 31 августа тантаналы асыласаҡ.
Көҙ көнө яңы бинала мөһим саралар үткәреү планлаштырылған. Унда "Рәсәй – спорт державаһы" XII халыҡ-ара форумын үткәреү һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү советын йыйыу ҡарала.
Мөһабәт һарай 2019 йылда республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса төҙөлә башлағайны. Башҡортостанда спортты һәм физкультураны үҫтереү өсөн шарттар яҡшыра бара, бик күп объекттар төҙөлә. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса республика Мәскәүҙән ҡала икенсе урынды биләй. "Уларҙың (ҡоролмаларҙың) һөҙөмтәле эшләп тороуы өҫтөндә уйларға кәрәк. Һәр бала үҙенә ҡыҙыҡлы дисциплина менән шөғөлләнә алһын. Был беҙ хәл итергә тейешле ҡатмарлы бурыс", – тине Радий Хәбиров.
Өфөнөң 450 йыллығына бағышланған яңыларҙан йәнә Фехтование үҙәген һәм ишеү слаломы ҡоролмалары комплексын асырға йыйыналар.
Сығанаҡ: Башинформ.