Альбина Хашим ҡыҙының “Тамыр” өләсәһе тигән данлы исеме лә бар. “Тамыр” телестудияһының үҫеп китеүенә ҙур тырышлыҡ һалғанға биргәндәр ул маҡтаулы исемде.
Әбйәлил районында тыуып үҫкән, башҡорт халыҡ йолаларын, мәҙәниәтен яҡшы белгән, уларҙы һаҡлыуға, таратыуға күп көс һалған Альбина инәйегеҙҙең “Урал” этноүҙәгендә асыласаҡ күргәҙмәһе “Яратыуҙың сиге юҡ” тип атала.
Күргәҙмәлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен Альбина Хашим ҡыҙы эшләгән өлгөләрен күреп һоҡланырһығыҙ. Өйрәнергә теләге булғандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.
Күргәҙмә 6 сентябргә тиклем эшләйәсәк.
Сығанаҡ: Башинформ.