+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
23 Август 2024, 09:30

Лампочканы нисек һайларға?

Лампочкаларҙың ҡыҙҙырма ҡыллыһы яҡшыраҡмы, люминесцентлыһымы, яҡтыртҡыс диодлыһымы? Түбәндә – тикшеренеүселәрҙең һығымталары.

Лампочканы нисек һайларға?Лампочканы нисек һайларға?
Лампочканы нисек һайларға?

Ҡыҙҙырма ҡыллы лампаларҙан янғын сығыу хәүефе бик ҙур. Лампаның быяла колбаһы Цельсий буйынса 550 градусҡа тиклем ҡыҙа! Сөнки был лампочкаларҙа энергияның 3-8 проценты ғына яҡтыртыуға тотонола, ә ҡалған  92-97 проценты йылылыҡҡа әйләнә.

Люминесцент лампалар ҙа ярайһы уҡ хәүефһеҙ. Уларҙың тышлығы 40-50 градусҡа тиклем генә йылына.

Яҡтыртҡыс диодлылары – иң хәүефһеҙ лампа. Улар полиэтиленды иретмәй, ағас йә ҡағыҙға ут тоҡандырып ебәрә алмай. Тәүге ике варианттағы лампалар кеүек ҡыҙмай, шуға  янғын сәбәпсеһе булмай.

 

Сығанаҡ: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас