Уғрылар яңынан-яңы тоҙаҡтар ҡора. Улар мәктәп формаһы һәм уҡыу кәрәк-ярағы һата торған сайттар эшләп, һатып алыусыларҙы алдыҡ юлға ебәреү менән мәшғүл. Рекламаларын социаль селтәрҙәрҙә тарата. Фейк сайттар бик отошло тауарҙар тәҡдим итә. Һәр кем был тоҙаҡҡа эләгергә мөмкин.
Отошло хаҡтар күреп, тиҙерәк заказ яһарға һәм аҡса түләргә ашыҡмағыҙ. Аҡсаны түләгәс тә унан ҡолаҡ ҡағаһығыҙ, тип киҫәткән “РИА Новости”.
Сығанаҡ: Башинформ.