Башҡортостан йыйылма командаһы составына 19 юнармеец инә. Команда Дыуан районы Мәсәғүт ауылы лицейы, Дүртөйлө ҡалаһының 4-се мәктәбе, Бөрө ҡалаһының 3-сө мәктәбе уҡыусыларынан тора. Беҙҙекеләр пейнтболда – алтын, пневматик ҡоралдан атыуҙа көмөш миҙал яуланы.
Кисә команда Өфөгә ҡайтып төштө. Тимер юл вокзалында еңеүселәрҙе көткәндәр күп ине. Күрешеүҙәр, ҡотлашыуҙар үҙе бер тантанаға әйләнде.