*Дим районында “Росток” фән, инновациялар һәм ижад үҙәге өсөн бина төҙөлөп бөтөп килә. Сентябрҙә дәрестәр башланып, 100 бала үҙенә шөғөл табасаҡ.
*Жуков ҡасабаһының “Уңыш мәктәбе”н яңы уҡыу йылына әҙерләшеүҙә уҡыусыларҙың хеҙмәт десанты ҡатнаша. Улар уҡыу-тәжрибә участкаһында эшләй, мәктәп кабинеттарын тәртипкә килтереүҙә ярҙамлаша.
Сығанаҡтар: ВК-ла Ленин районы сәхифәһе; Антон Тарасов сәхифәһе; “Уңыш мәктәбе” сәхифәһе.