1 сентябрҙән мәктәп уҡыусылары һәм көндөҙгө бүлек студенттары Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының ҡала яны поездарында ташламалы хаҡ менән йөрөү өсөн документтар һатып алырға мөмкин. Республикабыҙҙа ташлама 50% тәшкил итә.
Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ташламалы билет алыу өсөн уҡыусыларға – мәктәптән белешмә, студенттарға студент билеты талап ителә.
Белешмәлә йәки студент билетында исем-шәриф, белем биреү учреждениеһының реквизиттары һәм юридик адресы күрһәтелергә, етәксенең мисәте, ҡултамғаһы булырға тейеш.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 10 авгусынан Башҡортостанда ял көндәрендә «Өфө — Белорет — Өфө» маршруты буйынса «Финист» яңы электр поезы йөрөй башланы.