Башҡортостанда 2024 йылда тәүге тапҡыр мәктәп парталарына 47 836 бала ултырасаҡ. Был хаҡта төбәк Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтендә һөйләнеләр. Беренсе сентябрҙә, дөрөҫөрәге, икенсеһендә (быйыл Белем көнө дүшәмбегә күсерелә), бөтәһе 524 887 уҡыусы уҡырға килә.
- Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы контролендә 1 728 мәктәп бар. Ведомство белгестәре бүлмәләрҙең һауаһын, эсәр һыуҙы, яһалма яҡтыртыуҙы, микроклимат параметрҙарын тикшереүҙе контролдә тота, - тип һөйләнеләр күҙәтеү органында.
Автор фотоһы