+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Август , 09:58

Республикала 2024-2025 уҡыу йылына календарь баҫылып сыҡты

Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙың 166 уҡыу көнө һәм 130 ялы була.

Республикала 2024-2025 уҡыу йылына календарь баҫылып сыҡты
Республикала 2024-2025 уҡыу йылына календарь баҫылып сыҡты

Башҡортостанда 2024-2025 уҡыу йылына календарь донъя күрҙе. Календарь буйынса, уҡыусыларҙың көҙгө каникулы – 26 октябрҙән 4 ноябргә, ә ҡышҡыһы – 29 декабрҙән 12 ғинуарға тиклем. Беренсе класс уҡыусылары өсөн 15 февралдән 23-нә ҡәҙәр өҫтәмә каникул була.

Яҙғы каникул 29 марттан 6 апрелгә тиклем планлаштырыла. Йәйге каникул 27 майҙа башлана.

Шулай итеп, яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙың 166 уҡыу көнө һәм 130 ялы була. Беренселәрҙең ял көндәре 9 көнгә күберәк.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә республиканың белем биреү сифаты буйынса төбәктәр рейтингында үҙенең позицияларын яҡшыртыуы хаҡында белдергәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-08-19/v-bashkirii-opublikovan-kalendar-na-2024-2025-uchebnyy-god-3890952

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: