+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Август 2024, 05:14

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылында 500 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итә

Тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында үтәсәк.  

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылында 500 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итәБашҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылында 500 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итә
Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылында 500 меңдән ашыу уҡыусыны ҡабул итә

26 августа республика Хөкүмәтендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә дөйөм белем биреү ойошмаларының яңы уҡыу йылына әҙерлек йомғаҡтары тикшерелде. Сентябрь башынан республика мәктәптәрендә 524,8 мең бала, шул иҫәптән 48 мең беренсе класс уҡыусыһы һәм Донбасстан 200 уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана. Тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә төбәктең барлыҡ белем усаҡтарында үтәсәк.

Кәңәшмәлә мәктәп туҡланыуы мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленде. Төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, республикала башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ҡайнар аш менән тәьмин итеүҙе дауам итәсәктәр.

– 2024 йылдан махсус туҡланыуға мохтаж уҡыусылар, шул иҫәптән диабет һәм аллергия менән яфаланған балалар өсөн яраҡлаштырылған туҡланыу, шулай уҡ глютенһыҙ һәм һөтһөҙ меню индерелде, – тип хәбәр итте Илдар Мәүлитбирҙин.

Кәңәшмәлә яңы уҡыу йылында юлдарҙа хәүефһеҙлек мәсьәләләре лә тикшерелде. 2024 йылда уҡыусыларҙы белем биреү учреждениеларына алып барыу өсөн өҫтәмә транспорт һатып алынған. Республика бюджеты иҫәбенә алынған 17 автобус асҡыстарын төбәк Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы август кәңәшмәһе сиктәрендә мәктәп директорҙарына тапшырҙы. Шулай уҡ, Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы, Башҡортостанға тағы 50 мәктәп автобусы бүленгән – уларҙы 2024 йылдың өсөнсө кварталында көтәләр.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәр эргәһендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге сараларына айырыуса иғтибар бүлергә ҡушты.

Башҡортостанда белем биреү учреждениеларын яңыртылған стандарттарға ярашлы дәреслектәр менән тәьмин итеү буйынса әүҙем эш дауам итә – бының өсөн республика бюджетынан 1,3 миллиард һум бүленгән. Финанс саралары шул иҫәптән туған телдәрҙә дәреслектәр һәм әсбаптар һатып алыуға йүнәлтелгән.

Мәктәптәр уҡыу программаһын үҙгәртеүгә лә әҙер. 2024 йылда яңы предмет – Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре – индерелә. Был дисциплинаны уҡытыу өсөн йәй барышында меңдән ашыу уҡытыусы әҙерләнгән. Көҙ көнө улар өсөн Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында практик уҡыу сборҙары үткәреләсәк.

Оператив кәңәшмә барышында мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау мәсьәләләре айырым тикшерелде. Белем көнөнә Башҡортостанда Өфөлә, Күмертауҙа, Стәрлетамаҡта, шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил һәм Бишбүләк райондарында алты яңыртылған мәктәп асыла. Республикала уҡыу йорттарын яңы уҡыу йылына әҙерләү сиктәрендә төп эштәр 2024 йылдың 1 сентябренә тамамлана.

Белем көнөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, сараларҙа төбәк Хөкүмәте ағзалары, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнаша. Төбәк етәксеһе уларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларын мәктәптәргә оҙатырға тәҡдим итте.

– Бөгөнгө кәңәшмәлә ҡатнашыусылар араһында белем усаҡтарындағы байрам линейкаларына барып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына иғтибар бүлә һәм шуның менән ошо эшкә үҙ өлөшөн индерә алырлыҡ кешеләр бар, – тип билдәләне республика Башлығы Радий Хәбиров.

 
Фото: Рәзил Бикбулатов
 
Автор:
Читайте нас