+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
29 Август 2024, 07:45

Асылыкүлдә – ят балыҡ

Асылыкүлдә энәбалыҡ тапҡандар. Уны “Тәбиғәт” паркы мөдире Гүзәл Ғилманова тотоп фотоға төшөргән. Биологтар энәбалыҡ беҙҙең күлгә 40 йыл элек Волганан килтерелгән алабалыҡ (сөгә) һәм  рипус менән бергә эләккәндер тип фараз итә.

Асылыкүлдә – ят балыҡАсылыкүлдә – ят балыҡ
Асылыкүлдә – ят балыҡ

Энәбалыҡтың кешегә зыяны юҡ. Үл күл төбө ылымыҡтарын ашап йәшәй. Төпкөлдә генә көн итә. Уны суртан, алабуға ише йыртҡыс балыҡтар тамаҡлай.

Энәбалыҡ Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәренең яр буйы һыуҙарында йәшәй. Балтик диңгеҙендә лә етерлек. Оҙонлоғо 37 сантиметрға етә. Кәүҙәһе ҡаты тәңкә менән ҡапланған.

Нәҙек оҙон был балыҡ балыҡсыларҙы ҡыҙыҡһындырмай, ҡармаҡҡа ла эләкмәй.

Сығанаҡ: “Экология Республики Башкортостан” ВК сәхифәһе.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас