Сапсан – бик текә ҡош. Ул осошо, ул ултырышы, ул “ҡыяҡ-ҡыяҡ!” тип ҡысҡырған көслө тауышы! Күҙе үткер, тырнаҡтары осло, көсө, сослоғо иҫ китмәле. Ыласындар тоҡомонан бит ул. Таш ыласыны, ыласын, ласын тип тә йөрөтәләр был йыртҡыс ҡошто.
Тиҙлеге буйынса сапсанға етерҙәй ҡош ерҙә юҡ. Сәғәтенә 120 км оса, ә ҡорбанына ташланғанда, уҡ шикелле атылып, тиҙлеген сәғәтенә 320 километрға еткерә. Ҡыйыу ҡош урманлы тау-ҡаяларҙа йәшәй. Ҡош-ҡорт аулай.
Элек ата-бабаларыбыҙ сапсанды ауға, һунарға алып йөрөгән. Ҡош сөйөп һунар итеү башҡорттоң борондан килгән һөнәре булған. Шуға сапсан башҡорттарҙың хөрмәтле ҡоштарынан һанала. Аҫыл ҡоштарҙан.
Ә бына бер уңмағандың йыры. Шаян йыр, әлбиттә. Башҡортта юмор көслө бит.
Тау башына ҡош ҡунған,
Сапсандыр, тип ҡыуандым,
Мал дошманы бүреләрҙе
Ҡырыр был, тип уйланым.
Ҡошто ҡулға эйәләтәм тип,
Йүгереп барҙым янына,
Сапсан түгел, һупай өкө
Ҡунған икән тауыма.
Уңмағандың шул инде –
Юҡҡа ғына шатландым.
Асыуҙан төн ҡарағының
Муйынын бороп ташланым!
Беҙ әлеге көндә лә сапсанға битараф түгел. Бына бит, һәйкәлдәр ҡуябыҙ. Сапсан һыны Күмертау ҡалаһының гербында бар.
Рәсәйҙә “Сапсан” тигән электропоезд йөрөп ята, сөнки сапсан ыласыны башҡортта ғына түгел, Рәсәйҙең күп халыҡтарында абруйлы ау ҡошо булған, әле уны һәр ҡайһыһы ҡомартҡы тип һанай.
Ҡош Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән, сөнки тәбиғәттә сапсандар әҙ ҡалған.
Фото: Башинформ.