+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
30 Август 2024, 08:30

Һарытауҙағы форумдан ҡайттылар

Һарытау ҡалаһында үткән «Волга-Янцзы» IX Рәсәй һәм Ҡытай йәштәре форумында  беҙҙекеләр ҙә ҡатнашҡан. Өфө фән һәм технологиялар, М. Аҡмулла исемендәге педагогия, Башҡортостан дәүләт медицина университеттарынан 10 кешелек команда барған.

Һарытауҙағы форумдан ҡайттыларҺарытауҙағы форумдан ҡайттылар
Һарытауҙағы форумдан ҡайттылар

Форумға 300-ләп студент йыйылған.  Волга буйы федераль округы һәм Ҡытайҙың Янцзы йылғаһы буйындағы төбәктәр йәштәре бик ҡыҙыҡлы темаларға аралашҡан, бәхәсләшкән, фекер алышҡан, спорт, ғилми сараларҙа ҡатнашҡан, һөнәрҙәрен күрһәткән, Һарытау өлкәһе  буйлап сәйәхәт иткән.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас