“Учкудук” тиһәләр, иң элек “Ялла” ансамбленең йыры иҫкә төшә.
Учкудук, три колодца,
Защити, защити нас от солнца.
Ты в пустыне спасательный круг
Учкудук.
Беҙгә тәржемәһе былай ҙа аңлашылып тора: өс ҡоҙоҡ тураһында һүҙ бара. Эҫе яҡта һыу бигерәк ҡәҙерле.
Был атаманы геологтар командаһына юҡҡа ғына бирмәгәндәр, әлбиттә. Ни тиһәң дә, Учкудук – СССР заманында уран рудаһы табылған ер, 60-сы йылдар аҙағынан уны сығара башлағандар. Учкудук ҡасабаһы (хәҙер ул ҡала статусында) йәшерен стратегик объект булған.
Әле унда Навои тау-металлургия комбинаты эшләй. Был тирәлә алтын да сығаралар.
Учкудукка бәйле тағы бер хәтирә: 1985 йылда, Карши–Өфө–Ленинград пассажир самолеты Учкудук эргәһенә ҡолап, бортындағы 200 кеше һәләк булды. Моғайын, самолетта башҡортостандар ҙа булғандыр.
Сығанаҡ: “Экология Республики Башкортостан” ВК сәхифәһе.