+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
31 Август 2024, 10:28

Байрам дауам итә

Совет майҙанында Рәсәй Геройы, легендар генерал Шайморатов һәйкәленә гирлянда һәм сәскәләр һалынды. Мөһим тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән дәрәжәле ҡунаҡтар – ПФО-ла Рәсәй Президенты вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты  Аслан Бжания, Беларусь премьер-министры Роман Головченко, Ҡаҙағстандан министр Ҡанат Шарлапаев, Үзбәкстандан Наманган өлкәһе хакимы Шавкат Абдуразаков ҡатнашты.  

Байрам дауам итәБайрам дауам итә
Байрам дауам итә

***

Өфөнөң Октябрь районындағы майҙанда асыҡ һауала “Имәнҡала – Ҡәлғә ҡала” тигән хор әҫәре премьераһы булды. Шиғырҙың авторы – шағир Ҡәҙим Аралбай, музыканы композитор Урал Иҙелбаев яҙған. Композицияны Башҡортостандың  Дәүләт академия хор капеллаһы башҡарҙы.

***

Кисә «Евразия йөрәге» VIII халыҡ-ара сәнғәт  фестивале башланғайны. Беренсе көнө «Ватан» паркында үтте. 60 меңдән ашыу тамашасы булған, тиҙәр.

Концертта «Pizza» төркөмө менән уның фронтмены яҡташыбыҙ Сергей Приказчиков,  Вәсил Ғафаров менән “Бишбармаҡ” оркестры, билдәле Рәсәй йырсыһы Ваня Дмитриенко, беларус төркөмө «HARIZMA», музыкант Алексей Воробьев сығыш яһаны.

Бөгөнгө концертта  Алһыу, Радик Юлъяҡшин, HammAli & Navai, ZAINETDIN,  «Hazina», Rena RNT,  Rody Dillon, Николай Басковтарҙы тыңлайбыҙ.

 

Сығанаҡ: Башинформ.

Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Байрам дауам итә
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас