Уның буйы – 130 см, диаметры – 60 см, ауырлығы 130 кг!
Ваҡыт капсулаһының гайкаларын бороусылар:
Ранус Насретдинов, ул 50 йыл элек капсула һалыуҙа ла ҡатнашҡан;
Валерия Ноғоманова, 149-сы мәктәптең беренсе класс уҡыусыһы;
Захар Мөфтәхов, 58-се лицейҙы отличноға тамамлаған;
Вадим Харисов, халыҡ-ара химия олимпиадалары еңеүсеһе;
Азалия Әминева, бокс буйынса Олимпиада-2014 һәм башҡа ярыштар чемпионкаһы (Алжирҙан әллә ҡыҙ, әллә егет булған спортсы Иман Хелифты алышҡа саҡырып оран ташлаған боксершабыҙ);
Елена Булушева, РФ Президенты стипендиаты;
Александр Абрамов менән Агата Папушина, бөгөн өйләнешеүсе йәштәр;
Ратмир Мәүлиев, ҡала мэры;
Дмитрий Поляков, ӨМПБ-ның өйрәнсек станоксыһы.
Киләсәк быуындарға яҙылған хаттың йөкмәткеһе сер. Уны 50 йылдан ғына беләсәкбеҙ.
Тантанала БР Башлығы Радий Хәбиров, ҡунаҡтарҙан Абхазия президенты Аслан Бжания, бик күп рәсми кешеләр ҡатнашты.
Сығанаҡ: Башинформ.