17 миллион һумлыҡ приз фондын уйнатҡан конкурста өс төркөм ярышасаҡ. Шәхси һәм команда форматында көс һынашыу көтә. Конкурста бөгөн технологик бизнес алдында торған реаль мәсьәләләрҙе сисергә кәрәк.
Башланғыстар, Тикшеренеүселәр, Креативтар тректарының ҡайһыһына үтерлек икәнеңде самала ла – алға!
Башланғыстарға иң еңел мәсьәләләр бирелә. Унда 13 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша.
Тикшеренеүселәргә Data Science өлкәһендә нигеҙ белемдәр булыуы шарт.
Креативтар (17 йәшкә тиклем) автор контентын ижад итеүҙә нейроселтәрҙәрҙе һәм AI-ярҙамсыларҙы ҡулланырға тейеш.
Ярыштарҙа ҡатнашырға теләүселәр 15 сентябргә тиклем теркәлеү үтергә тейеш.
Сығанаҡ: Башинформ