+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2024, 07:47

“Ҡолонсаҡ”ҡа юл асыҡ

“Ҡолонсаҡ”  балалар театры фестивале ҡабат тергеҙелә!  Фестиваль 2025 йылдан башлап өс йылға бер үткәрелеп торасаҡ.  Халыҡ-ара тигән статуслы фестивалдә төрлө ҡалаларҙан, төрлө илдәрҙән балалар театрҙары ҡатнаша аласаҡ.

“Ҡолонсаҡ”ҡа юл асыҡ“Ҡолонсаҡ”ҡа юл асыҡ
“Ҡолонсаҡ”ҡа юл асыҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был турала Указ сығарған.

Ниңә тергеҙелә тибеҙ? 1990-сы йылдарҙа “Ҡолонсаҡ” шаулап-гөрләп үтә торғайны. Булып юҡҡа сыҡҡанды терелтәбеҙ йәғни.

Тәҡдимде БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк ҡорҙа Башдрамтеатрҙың художество етәксеһе Олег Ханов индергәйне. Милли театр йәшәһен һәм үҫһен өсөн һәләтле балаларҙы табыу һәм театр юлына баҫтырыу мөһим.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас