Яңы стандарттар ҡабул ителде, улар 2025 йылдың 1 июленән ғәмәлгә инә. Уға ярашлы, форманы етештереү, тамғалау һәм төрөү буйынса талаптар ҡуйыла. Блузка, жилет, пиджак, свитер, күлдәк, сарафон, юбка, салбар һәм комбинезон мәктәп формаһы төрҙәре тип билдәләнә. Кейемдә баланы йәрәхәтләрлек элементтар булмаҫҡа тейеш. Дизайн буйынса аныҡ шарттар юҡ. Аяҡ кейеме һәм спорт әйберҙәре өсөн дәүләт стандарты ҡаралмаған.