Көсөгән — бөркөткә оҡшап торған бик ҙур ҡош. Буйы 72—84 см, ҡанаттарының йәйеме 180—215 см, ауырлығы 2,4—4,5 кг. Ҡыҙыл китап ҡошо.
Көсөгәнде төрлө урында төрлөсә йөрөтәләр, таҙғара, уба бөркөтө тигән атамалары ла бар.
Латинса атамаһы – Aquila heliaca, русса – орел-могильник. Ҡарсығалар ғаиләһенә ҡарай.
Ҡош тураһында “Башҡортостан” милли паркы етәкселеге хәбәр иткән.
Сығанаҡ: Башинформ.