2024 йылдан илебеҙ мәктәптәрендә хеҙмәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҙғарыла башлай, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы.
Ул «Йорт мәҙәниәте, дизайн һәм технология», «Техника, технология һәм техник ижад», «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» һәм «Робот техникаһы» йүнәлештәрен үҙ эсенә ала.
Хәбәр иткәнебеҙсә, быйылғы уҡыу йылында Башҡортостанда яңы фәндәр — Ватанды һаҡлау һәм именлек нигеҙҙәре (ОБЗР), хеҙмәт (технология) индерелде.