Тамаша театрға инә торған ерҙәге амфитеатрҙа күрһәтеләсәк. Уның өсөн 2,5 метрлы ҡурсаҡтар эшләгәндәр. Был ҡурсаҡтар металл каркастан тора, ситтәрен неон яҡтыртҡыс менән көпләгәндәр. Улар бер янып, бер һүнеп, балҡып тора. Тамаша ваҡытына амфитеатрҙы ике метр бейеклегендәге кәртә менән ураталар.
Спектаклдең төп геройҙары – Урал батыр менән Һомай һылыу. Төбәгебеҙ урмандарында йәшәгән кейек януар персонаждары ла була.
Күркәм тәбиғәт күренештәрен компьютер графикаһы рәссамы Айгөл Кәлимуллина төшөргән. Күренештәр театрҙың фасадына проекциялана. Пьесаны Өфө драматургы Владимир Антошкин яҙған. Режиссер – Надежда Беззубова, композитор – Владислав Савватеев.
Бындай тамашаны ҡараңғыла ҡарау яҡшы, шуға башланыу ваҡытын киске 9-ға билдәләгәндәр.
Сығанаҡ: Башинформ.