Атай кеше, Артур Зөфәр улы, Урал тау-байыҡтырыу комбинаты Сибай филиалында – энергоустановкаларҙы, инженер-техник селтәрҙәрҙе һәм энергоцех ҡоролмаларын эксплуатациялау хеҙмәте начальнигы, Әлфиә Азамат ҡыҙы йәмәғәт туҡланыуы предприятиеһында баш бухгалтер булып эшләй.
Уларҙың ике улдары бар: Кәримгә 12 йәш, Эльдарға 7 йәш.
Ғаиләлә спорт, хәрәкәт иң абруйлы урында тора.
Әлфиә Азамат ҡыҙы күп йылдар инде спортзалға йөрөй, бодибилдинг менән шөғөлләнә. Йәйәүләп көн һайын оҙон аралар үтә. Кәримде лә бодибилдингҡа өйрәтә. Кәрим волейбол уйнай, музыка мәктәбендә лә шөғөлләнеп өлгөрә, быйыл гитара класын тамамлай. Кинйәләре Эльдар шашка менән мауыға, “Знайка” интеллектуаль олимпиадаһында икенсе урын алған.
Ял көндәре ғаилә паркҡа сыға, велосипедта, самокатта йөрөйҙәр.
Үткән йәй ҡойоп ямғыр яуып торғанда Нөгөш һыуһаҡлағысына барғандар, ә Ағиҙел буйлап һалда аҡҡан ваҡыттары селлә мәленә тап килгән.
Тәбиғәт, йәнле аралашыу виртуаль донъянан ни тиклем яҡшыраҡ, яҡтыраҡ, күңеллерәк икәнен балаларына һеңдерергә тырыша әсәй менән атай.
Татыу һәм әүҙем ғаиләнең улдары олатай-өләсәйҙәре менән гел аралашып тора. Әсәйҙәре яҡлап өләсәләре Зәбирә Сырлыбаева (ҡыҙғанысҡа ҡаршы, олаталары Азамат Ханнан улы мәрхүм булған), аталары яҡлап өләсәй-олатайҙары Һәҙиә менән Зөфәр Байғотлиндар ғаиләгә үҙҙәренең ҡотон һәм нурын өҫтәп ебәрә.
Беҙ Байғотлиндар ғаиләһе менән “Сибайский рабочий” гәзите аша таныштыҡ. Йылы мәҡәлә менән уның геройҙары эргәһенән битараф ҡына үтеп китеп буламы?
Сығанаҡ: “Сибайский рабочий”.