+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 08:46

Балалар сәйәси әүҙемлек өлгөһө ала

Илеш районында 2099-сы һайлау участкаһына күп балалы Вахитовтар ғаиләһе килгән. Ғаилә башлығы алғы һыҙыҡта Тыуған ил алдындағы яугирлек бурысын үтәп ҡайтҡан.

Балалар сәйәси әүҙемлек өлгөһө алаБалалар сәйәси әүҙемлек өлгөһө ала
Балалар сәйәси әүҙемлек өлгөһө ала

Балаларға атай һәм әсәй эргәһендә рәхәт. Кем яратмай бәләкәй сағында өлкәндәргә эйәреп йөрөүҙе. Өҫтәүенә, улар бәләкәстән йәмғиәттәге сәйәси ваҡиғаларға битараф ҡалмаҫҡа өйрәнә.

Һайлау өс көн бара: бөгөн, иртәгә, иртәгә һуңға, йәғни 6–8 августа. Һайлау участкалары 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй.

Һайлаусылар “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашыу хоҡуғын ала, унда 330-ҙан ашыу ҡиммәтле бүләк уйнатыласаҡ. Шул иҫәптән – фатирҙар, автомобилдәр, санаторий путевкалары.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас