+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
6 Сентября 2024, 07:08

Өфөлә рок-фестиваль ойошторола

Өфөлә «Дәрүиш Рухы» республика рок фестивале ойошторола.

Өфөлә рок-фестиваль ойошторолаӨфөлә рок-фестиваль ойошторола
Өфөлә рок-фестиваль ойошторола

Өфөлә «Дәрүиш Рухы» республика рок фестивале ойошторола. Сара 23 октябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була.

Фестивалдең маҡсаты — башҡорт рок музыкаһын популярлаштырыу, рок музыкаһын һөйөүселәрҙе берләштереү һәм республикала мәҙәни туризмды үҫтереү, тип хәбәр итте ойоштороусылар.

Проектты йыл һайын үткәреү планлаштырыла, унда башҡорт рок-төркөмдәре сығыш яһар тип көтөлә.

Фестиваль программаһында — ҡатнашыусыларҙың концерт сығыштары, музыка индустрияһы белгестәре һәм музыканттарҙың оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар, матбуғат конференциялары һәм интервью, музыка ҡоралдары һәм ҡорамалдары күргәҙмәһе.

Ғаризалар 2024 йылдың 5 сентябренән 10 октябренә тиклем ҡабул ителә. Сара хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт — положениела.

Фестивалде Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында «Рух» мәҙәниәтте, туризмды һәм милли йолаларҙы үҫтереү ойошмаһы үткәрә.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-09-05/v-ufe-sostoitsya-rok-festival-3913732

Автор:Ләйлә Аралбаева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас