+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2024, 12:47

Зита менән Гитаға өләсәләре исем ҡушҡан

Туймазы медицина колледжының 4-се курс уҡыусылары Зита менән Гитаға бөгөн 19 йәш тулған. Игеҙәктәр бөгөн тәүге тапҡыр һайлауға килгән.

Зита менән Гитаға өләсәләре исем ҡушҡанЗита менән Гитаға өләсәләре исем ҡушҡан
Зита менән Гитаға өләсәләре исем ҡушҡан

Былтыр һайлауға барыу насип булмаған.

Зита менән Гита Маризоевалар алты балалы ҙур ғаиләлә үҫә. Улар бер төрлө кейенә, ҡыҙыҡһыныуҙары, тормошҡа ҡараштары ла оҡшаш. Колледждан һуң медицина университетына барырға, табип булырға хыялланалар.

Ә исемдәре? Исемде уларға өләсәләре һайлаған. Һинд фильмдарын бик яратҡан өләсәй, әлбиттә, донъяға билдәле һинд картинаһы геройҙарының исемен тәҡдим иткән.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас