Латиповтар ғаиләһендә өс малай үҫә. Иң бәләкәстәре быйыл 1-се класҡа төшкән.
Ғаилә башлығы Илдар Латипов – эшҡыуар, ҡатыны Айгөл – хужабикә.
Ғаилә Өфөлә яңы фатир отоуға бик ҡыуанған, “балалар үҫеп килә, мәктәптән һуң Өфөгә уҡырға баралар”, – ти ата-әсә.
Һайлау участкаһында алған билетығыҙҙы рахмат102.рф сайтында теркәргә онотмағыҙ. Приздар көн дә уйнатыла килде, бөгөн һуңғы көнө.
Әммә тағы бер форсат бар: 13 сентябрҙә БСТ-ла тура эфирҙа суперприздар уйнатыу була. Теркәлгән бөтә билеттар ҙа ҡатнаша.