Үлеменең сәбәбе – үпкә яман шеше, шеште табиптар 2022 йылдың февралендә тапҡан. Былтыр дауаханаларҙа йыш ятыр булған. Илдә КВН барышына идара иткән АМиК-та (Александр Масляков и компания) баш продюсер булған Масляков өйҙән тороп эшләй, уға табиптар күп кешеле урындарға йөрөмәҫкә ҡуша, тиһәләр ҙә, уның ҡаты ауырыуға тарығанын күптәр белгән. Үткән яҙ бигерәк ныҡ бирешеп китә ул. Әле бына дауаханала йән биргән.
Александр Васильевичтың ихтыярына ярашлы, КВН тапшырыуҙарын хәҙер Митя Хрусталев алып бара. Ә АМиК-та төп түрә – мәрхүмдең улы Александр Александрович Масляков.
Өфөлә лә КВН хәрәкәте тамырланған, командаларҙың ярыштары, сығыштары ойошторолоп тора. Беҙҙә АМиК менән хеҙмәттәшлек итеүсе рәсми лига эшләй.
Фото: телевидениелағы 1964 йылғы КВН тапшырыуынан скриншот.