Әлшәй районында Ләйсән Үтәшеваның 88 йәшлек олатаһы һайлау участкаһында «Сиған ҡыҙы» бейеүен башҡарҙы. Раевка ауылында йәшәгән Зөбәржәт һәм Солтангәрәй Кирәевтар республика Башлығын һайлауға һәр ваҡыттағыса бергәләп һәм күтәренке кәйефтә килде.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә районда хөрмәтле ғаилә бергә ғүмер итеүҙәренә 66 йыл тулыуҙы билдәләй.
Башҡортостан Башлығын һайлауҙың икенсе көнө йомғаҡтары буйынса һайлаусыларҙың 51,78% тауыш биргән.
Автор:Анастасия Другова