Джулиана мәктәпкә барыр алдынан бер йыл буйы инглиз телен өйрәнгән, хәҙер ярайһы шәп һөйләшә. Ул ингән мәктәптә бөтә предметтар инглиз телендә алып барыла. Джулиананың белемдәрен тест менән тикшергәндәр һәм икенсе класҡа алғандар.
Джулиана рус телендә һәйбәт һөйләшә, йәнә башҡорт һәм әрмән телдәрен һыу кеүек эсмәһә лә, байтаҡ һүҙҙәр белә.
Дубайҙа уҡыу йылы башланыу уңайынан мәктәптә байрам тантаналары үткәреү ғәҙәте юҡ икән. Директор ата-әсәләрҙе һәм балаларҙы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлаған, шунан гимн уйнатҡандар ҙа дәрестәр башланған. Бөтә уҡытыусыларҙың тьютор тип аталған ярҙамсылары бар. Дубай күп милләтле булғас, мәктәп тә шундай. Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар менән тьюторҙар ҙа төрлө илдәрҙән йыйылған. БДБ илдәренән, Рәсәйҙән килеп тьютор булып эшләүселәр ҙә етерлек. Тьюторҙар дәрес ваҡытында балаларға ярҙам итә, дәрес бөткәс, өйҙәренә оҙата.
Был көндө Джулиана мәктәптә Манэ тигән әхирәтен осратҡан, бергә ашханаға барып килгәндәр. Мәктәптең ашханаһы юҡ, күптәр иртәнге ризығы менән төшлөгөн ланч-боксҡа һалып, өйҙән йөрөтә икән.
Икенсе уҡыу көнөндә ата-әсәләрҙе тамаша залына саҡырғандар. Балалар һәм ата-әсәләр өсөн мобиль ҡушымтаны күрһәткәндәр. Ҡушымта бик уңайлы, тип яҙа Илшат. Ата-әсәләргә тигән биттәрендә балаң тураһында бөтә мәғлүмәт теркәлеп бара. Ә балалар үҙ яғында билдәләрен, өйгә эштәрен күрә.
Ғәрәп теле дәресендә уҡытыусы апай ҡыҙҙы ғәрәп тип уйлаған да уға һорауҙарҙы ғәрәпсә бирә башлаған. Класташтары апаларына уның Рәсәйҙән икәнен, әлегә ғәрәпсә белмәгәнен аңлатҡан. Хәҙер Джулиана тиҙерәк ғәрәпсә өйрәнергә хыяллана икән. Белмәгәненә оялған сөнки. Класта тағы француз телен уҡыталар.
Джулиананың күп милләтле класында ғәрәптәр, француздар, төрөктәр, тажиктар, рустар бар. Уҡытыусы апалары – Ливан ғәрәбе.
Башланғыс класс уҡыусылары китап-дәфтәрҙәрен мәктәптә ҡалдырып йөрөй. Рюкзакта алмаш кейем менән аҙыҡ ҡына йөрөтәләр. Дәреслектәрҙе үҙҙәре һатып ала. Джулиана уҡыған мәктәптә уҡытыу Мәғариф министрлығы раҫлаған американ программаһы буйынса бара. Программаға яраҡлы дәреслектәрҙе һәм дәфтәрҙәрҙе мәктәп урындағы типографияла баҫтырып алған. Шуға һәр береһендә мәктәптең логотибы ялтлап күренеп тора.
Уҡытыусыларҙың эш хаҡы һәйбәт, беҙҙең аҡса менән 300 мең һумдан ашыу. Шуға педагог булып эшләргә теләүселәр күп. Эш тә етерлек. Быйыл Дубай мәктәптәренә 2 меңләп яңы уҡытыусыны эшкә алғандар.
Уҡыусылар уҡытыусыларына, ғөмүмән, ололарға ихтирамлы мөнәсәбәттә. Балалар тәртипле, тәрбиәле.
Илшат Алеворяндың постарынан әлегә ошо мәғлүмәттәр билдәле булды. Яңыларын көтөп ҡалабыҙ.
***
Бер ыңғайҙан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге уҡытыу системаһы менән танышайыҡ.
1970 йылға тиклем БҒӘ-лә мәғариф булмаған тиерлек. Ә бөгөн унда донъяның иң яҡшы уҡыу йорттарының филиалдары эшләй. Ни рәүешле өлгәшкәндәр?
1971 йылда 53 йәшлек Зәйд шәйех, Әмирлектәрҙең президенты, бөтә әмирлектәр өсөн дә урта белемде мәжбүри иткән фарман сығара.
1975 йылда әле БҒӘ халҡының яртыһы самаһы ғына уҡый-яҙа белә.
Зәйдтең ҡушыуы буйынса бер-бер артлы мәктәптәр асыла башлай, уҡытырға башҡа илдәрҙән белгестәр саҡырыла. Дәрестәр инглиз телендә халыҡ-ара программалар буйынса алып барыла. БҒӘ, шулай итеп, донъяла булған уҡытыу тәжрибәләренең иң яҡшыларын үҙләштерә. Унда британ, ливан, американ, француз, рус, һинд, япон мағариф системаларында эшләүсе мәктәптәр күп.
БҒӘ-лә декрет отпускыһы (бала тыуғанға тиклемге һәм тыуғас) – 45 көн генә. Бәпестәрҙе 3 айлыҡтан яслела ҡарайҙар. Йә өйгә няня алырға мөмкин.
3–5 йәшлектәр балалар баҡсаһына йөрөй. Уҡырға, яҙырға, арифметикаға өйрәнә. Был илдә ер эшкәртеү тигән нәмә юҡ, әммә балаларҙа баҡсасылыҡҡа ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләйҙәр. Уҡыу йорттарының ихатаһындағы бәләкәй генә баҡсаларҙа йәшелсә үҫтерелә.
Дәүләт һәм шәхси мәктәптәр эшләй. Дәүләттекендә башлыса урындағы халыҡ балалары уҡытыла. Уларҙан хаҡ алынмай. Сит илдәрҙән килгәндәрҙең балалары ла дәүләт мәктәбенә ҡабул ителергә мөмкин, тик түләргә тура килә.
Шәхси мәктәптәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки сит илдәрҙән ваҡытлыса йә даими йәшәргә күсеп килеүселәр күп.
Уҡытыу инглиз йә ғәрәп телендә алып барыла. Мәктәпкә алты йәше тулған балалар ҡабул ителә. Улар инглиз теле һәм математиканан имтихан биреп инә. Башланғыс мәктәп алты кластан тора, уны тамамлағанда балаға 12 йәш була. Бынан ары малайҙар менән ҡыҙҙарҙы айырып уҡыта башлайҙар.
12 йәштән һуң балалар өс йыл әҙерлек мәктәбендә уҡытыла.
Артабан баланы өс йыллыҡ урта мәктәп осоро көтә.
Шулай итеп, 18 йәштә мәжбүри урта белем алыу тамам була.
Бынан ары колледжға (алты йыл) инеп, техника, ауыл хужалығы, сәнәғәт, коммерция йә педагогика йүнәлештәрендә профессия алып сығырға була.
Юғары уҡыу йорттарында 4 йыллыҡ бакалавриат, 1-2 йыллыҡ магистратура баҫҡыстары бар. Тағы ике йыл уҡып, докторлыҡ диссертацияһы яҙғандан һуң, доктор дәрәжәһен алырға мөмкин.