Башҡортостанға аномаль эҫе килә.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 10 сентябрҙә, Башҡортостан биләмәһендә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +21,+26° тиклем күтәрелә.
Алдағы көндәрҙә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк.
Фото: Илшат Салауатов, Бөрйән районы, Байназар ауылы.