-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь , 08:59

Квадроберҙар субкультураһын тыйырға

Рәсәйҙең Федерации Советы сенаторы Наталия Косихина илдә квадроберҙар субкультураһын тыйырға тәҡдим итә, уның һүҙҙәренсә, был эшмәкәрлек психиканы йәрәхәтләүҙән тыш, бик ауыр эҙемтәләргә лә килтерергә мөмкин. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Квадроберҙар субкультураһын тыйырға
Квадроберҙар субкультураһын тыйырға

Квадроберҙар - йәштәр субкультураһы, уның вәкилдәре дүрт аяҡта йөрөй һәм хайуандар хәрәкәтен имитациялай.

Косихина балаларҙы спорт менән шөғөлләнеүгә һәм белем алыуға йәлеп итергә саҡыра. Ул төрлө осорҙарҙа кемгәлер оҡшамаған субкультуралар барлыҡҡа килеүен таный, әммә квадроберҙар, уның фекеренсә, йәмғиәт нормаларын боҙа. Сенатор уларҙың ҡайһы берҙәре дүрт аяҡ менән йөрөгәнен һәм тирә-яҡтағыларҙы тешләгәнен иҫкә төшөрҙө.

фото https://shedevrum.ai/ сайты ярҙамында эшләнде

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: