Асыу тантанаһына теләгән һәр кем саҡырыла. Беренсе һатып алыусылар өсөн махсус тәҡдимдәр һәм приздар уйнатыла. Асыу көнөндә үк бөтә ассортиментҡа ташламалар ғәмәлдә була. Ҡунаҡтарҙы бүләктәр, уйындар һәм яҡшы кәйеф көтә
13.00 сәғәттә "Әкиәт илендә" мауыҡтырғыс сара башлана. Йәш ҡунаҡтарға китаптарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Шәһит Хамматов уҡыясаҡ.
"Китап" фирма магазины республикабыҙҙың мәҙәниәтен һәм әҙәбиәтен һаҡларға, авторҙар һәм нәшриәтселәр өсөн майҙансыҡ булдырырға тейеш. Ул бөтә йәштәге уҡыусылар өсөн йәлеп итеү үҙәге, шулай уҡ төрлө мәҙәни саралар ойоштороу урыны буласаҡ.