+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2024, 09:26

“Аманат”тың һарысай һаны!

 Журналыбыҙҙың яңы һаны бик тиҙҙән почта йәшниктәренә барып төшөр. Ул күптән әҙер инде!

“Аманат”тың һарысай һаны!“Аманат”тың һарысай һаны!
“Аманат”тың һарысай һаны!

Һарысай һаны тулыһынса тиерлек яңы уҡыу йылы башына арналды. Уҡыусыларыбыҙҙан килгән йөкмәткеле шиғырҙар, уҡытыусы, мәктәп тураһындағы хаттар журналыбыҙҙың эстәлеген байытты.

Журналыбыҙ тышын “Ҡатай һылыуы” конкурсында еңеүсе булған ҡыҙ Эвелина Рәхимова  биҙәне.

Майнкрафты күптәр яратып уйнай. Ул – Лего  конструкторы кеуек үк уйынсыҡ. Кемдәр был уйынды яратып уйнай, Өфө буйлап уйында ла йөрөп була икән. “Майнкрафта Өфө лә бар” тип исемләнгән  ҡыҙыҡлы мәҡәлә оҡшар тип уйлайбыҙ!

Тағы ла уҡыусыларыбыҙға бик ҡыҙыҡ мәҡәлә “Слеш”, “Пов”, “Канон” тип атала. Был һүҙҙәрҙе әйләнә-тирәлә кемдәр фанфиктар менән ҡыҙыҡһына шулар йышыраҡ ишетәлер. Фанфик һүҙе “Фанаттар прозахы” тигәнде аңлата. Дөрөҫөн генә әйткәндә, был ниндәйҙер танылған аниме, йфильм, китап, ериал, уйындарға тигеҙләнеп яҙылған тарих.

 “Аманат”тың һарысай һанына күҙәтеүҙе беҙ ошо урында туҡтатып торайыҡ. Юғиһә, бар эстәлеген һөйләп бөтһәк, ниндәй ҡыҙығы ҡалһын, ти?

 

“Аманат”тың һарысай һаны!
“Аманат”тың һарысай һаны!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас