«Дауаханала уларға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Хәлде шәхси контролгә алдым. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, ҡала башлығы, бала хоҡуҡтары буйынса вәкил эшләй. Тикшереү бара, — тип хәбәр итте губернатор. — Уҡыусы мәктәпкә сүкеш менән нисек ингән һуң? Һаҡсылар ҡайҙа ҡараған? Хоҡуҡ һаҡлау органдарына, Мәғариф министрлығына, ҡала хакимиәтенә, бала хоҡуҡтары буйынса вәкилгә хәлде ентекле тикшерергә, шулай уҡ барлыҡ белем биреү ойошмаларында тикшереү үткәрергә ҡуштым».
Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ике ҡыҙ һәм бер малай йәрәхәтләнгән. Класташтарына һөжүм иткән үҫмер ҡулға алынған. Коррекция мәктәбе уҡыусыһы сүкеште рюкзагына һалып индергән.