+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 04:21

Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә

Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә, тип яҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.  

Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешәБашҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә
Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә

Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре үҫешә, тип яҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында.

«Яңы уҡыу йылында Баймаҡ районында туғыҙынсы белем усағын астыҡ», — тип белдерҙе ул.

Әлеге көндә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Сибайҙа, Учалыла, Мишкә һәм Хәйбулла райондарында полилингваль мәктәптәр уңышлы эшләп килә.

Әбйәлил районының Асҡар ауылында ла балала баҡсаһы менән берләштерелгән мәктәп төҙөйҙәр. Киләсәктә Бишбүләк районының Бишбүләк һәм Тәтешле районының Яңы Тәтешле ауылдарында ошондай мәктәптәр һалыу планлаштырыла. Әле унда полилингваль кластар асылған.

«Был мәктәптәрҙә беҙ Башҡортостандың киләсәген тәрбиәләйбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Унда уҡыған балалар бер нисә телдә, шул иҫәптән туған башҡорт, татар, республикабыҙҙа йәшәгән башҡа халыҡтарҙың телдәрендә һөйләшә».

Республика етәксеһе билдәләүенсә, бындай мәктәптәрҙә уҡыу программаһы, спорт әҙерлеге көслө, яҡшы матди база бар, һәләтле уҡытыусылар эшләй.

«Беренсе полилингваль мәктәптәрҙе 2019 йылда астыҡ. Уҡыусыларҙың һөҙөмтәләре был тәжрибәнең бик уңышлы булыуы хаҡында һөйләй. Ошо эште дауам итәбеҙ. Башҡортостанда полилингваль белем биреүҙе үҫтереү программаһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән», — тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-17/v-bashkirii-razvivaetsya-set-polilingvalnyh-shkol-3931678

Автор:Галина Бахшиева
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас