+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 05:28

Сәләмәтлек диктантына ҡушылығыҙ

Башҡортостанда “Сәләмәтлек диктанты” федераль акцияһы бара. Маҡсаты – халыҡты санитар ағартыу һәм сәләмәт тормошҡа ылыҡтырыу.

Сәләмәтлек диктантына ҡушылығыҙСәләмәтлек диктантына ҡушылығыҙ
Сәләмәтлек диктантына ҡушылығыҙ

Тотош илдә үтеүсе Сәләмәтлек диктанты 16 сентябрҙә башланған, 21 сентябргә тиклем дауам итә. Унда 13 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала.

Диктант тип аталһа ла, беҙ күнеккәнсә, әйтеп торғанды яҙыу түгел был сара. Ҡатнашыусыларға шәхси гигиена, санитар-гигиена нормалары, хәүефле вирус инфекцияһы ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм сәләмәт туҡланыу темалары буйынса 39 һорауға (36 төп, ныҡ ҡатмарлы 3 һорау) яуап бирергә тура килә. Һәр һорауға яуаптың өс варианты бирелә, дөрөҫөн һайларға кәрәк.

Диктант материалдарын Роспотребнадзорҙың “Санпросвет” проекты эксперттары тәҡдим иткән. Беренсе көндө Рәсәйҙә 500 мең кеше диктант шарттарын үтәп өлгөргән. Диктант акцияһына Рәсәйҙең бөтә мәктәптәре лә ҡушыла.

Онлайн ҡатнашыу өсөн ошо һылтанма буйынса күсегеҙ: https://forms.yandex.ru/u/66e2f0f53e9d0832fe5d0150/ .

Был – Роспотребнадзорҙың санщит.рус порталы.

Һорауҙарығыҙ булһа, Роспотребнадзорҙың Берҙәм консультация үҙәгенә шылтыратығыҙ: 8-800-555-49-43.

 

Фото сығанағы: санщит

Сәләмәтлек диктантына ҡушылығыҙ
Сәләмәтлек диктантына ҡушылығыҙ
Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас