+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2024, 07:51

Уҡыусылар мәктәптә тейешенсә ашатыламы?

Мәктәп уҡыусылары ашаған аҙыҡтың туҡлыҡлылығы ниндәй булырға тейеш? Беҙҙең мәктәптәрҙә нормативтар күҙәтеләме? Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының баш белгесе, балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһын күҙәтеү бүлеге эксперты Эльмира Сафина “Сәләм” программаһында, Төбәккә идара итеү үҙәгенән тороп, нәҡ шулар тураһында һөйләне.  

Уҡыусылар мәктәптә тейешенсә ашатыламы?Уҡыусылар мәктәптә тейешенсә ашатыламы?
Уҡыусылар мәктәптә тейешенсә ашатыламы?

7–12 йәшлек балалар тәүлегенә – 2350, ә 12–18 йәшлектәр 2720 килокалориялы аҙыҡ ашарға тейеш. Ашаған ризыҡтың энергетик ҡиммәтенең 20-25 проценты иртәнге ашҡа, ә 30-35 проценты төшлөккә тура килә, тип һөйләне эфир ҡунағы.

«Мәктәптә меню төҙөгәндә диетологтарҙың һәм нутрициологтарҙың бөтә тәҡдимдәре иҫәпкә алына.  2024 уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә һөтһөҙ аҙыҡтар һәм шәкәр диабетлы,  фенилкетонуриялы һәм аҙыҡҡа аллергиялы балалар өсөн айырым меню булдырылды», — тине Сафина.

Сығанаҡ: Башинформ.

Автор:Миляуша Камалова
Читайте нас