Бөгөн Өфөләге "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһының концерт залында "Бала саҡ йондоҙҙары" конкурсы үтте. Волга буйы округының 13 төбәгенән үҙҙәрендә үткән һайлап алыу турында еңгән йәш бейеүселәр, йырсылар, нәфис һүҙ оҫталары, музыканттар килгәйне.
Билдәле булыуынса, фестиваль етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн ойошторола.
Максим ВОЛОБОЕВ фотоһы.