Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы һәм ил, төбәк-ара олимпиадалар һәм конкурстар еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға премиялар күләмен арттырҙы.
Указ 2024 йылдың 18 сентябренән көсөнә инде. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указға ярашлы, «Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында еңеүселәргә, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға – 300-шәр мең; Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призерҙарына, уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 150-шәр мең һум ҡаралған».
Башинформ хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда алты яңы белем биреү-производство кластеры эшләй башланы. Улар «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында булдырылды.