+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь , 15:12

Башҡортостанда грипп тарала башланы

Һуңғы аҙнала Башҡортостанда киҫкен респиратор инфекцияһын һәм грипп йоҡтороуҙың 22 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, шуның 41,3% — балалар араһында, тип хәбәр итә республика буйынса Роспотребнадзор идаралығының телеграм-каналы.  

Үткән аҙна менән сағыштырғанда ауырыуҙарҙың 31,7% артыуы билдәләнә, тип белдерҙеләр ведомствола.

«Ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ: балала сир йәки хәлһеҙлек билдәләре беленеү менән уны өйҙә ҡалдырығыҙ һәм табип саҡырығыҙ», — тиелә хәбәрҙә.

Класта йәки мәктәптә балаларҙың 20% ашыуы сирләй икән, белем биреү ойошмаһы етәкселеге дистанциялы уҡытыуға күсереү йәки уҡыу процесын туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Һүҙ уҡыусыларҙы ваҡытынан алда каникулға сығарыу йәки уларҙы оҙайтыу хаҡында бара, тип өҫтәнеләр Роспотребнадзор идаралығында.

Гриптан нисек һаҡланыу тураһында Башинформ  материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-09-19/za-nedelyu-zabolevaemost-ori-i-grippom-v-bashkirii-vyrosla-na-31-7-3935109

Автор:Галина Бахшиева
Автор:
Читайте нас: