Ҡарасай һылыуына Тауыш биреү өсөн https://vk.com/app7198399_-41010454#poll66ed35ba7758297adbd3848e ошо һылтанма буйынса керергә кәрәк.
Айсулпан ИШБУЛАТОВА,
Өфө ҡалаһынан.
“2-се класты “5”-кә генә тамамланым. Буш ваҡытымда гәзит-журнал, китаптар уҡырға, бейергә, һүрәт төшөрөргә, ҡағыҙҙан, пластилиндан ҡурсаҡтар эшләргә, йомаҡ сисергә, йомаҡ уйлап сығарырға яратам. Үҙем яҙған бер нисә шиғырым да бар.
Әҙилә Аҙнабаева. Ауырғазы районының Талбазы ауылынан.
“ 3-сө синыфында белем алам. Йырларға, бейергә, тасуири итеп шиғыр һөйләргә, һүрәт төшөрөргә, ҡурайҙа уйнарға яратам.
Төрлө конкурстарҙа, фәнни - ғәмәли конференцияларҙа еңеү яулайым.
Милена Кәримова. Өфө ҡалаһынан.
“Миңә – 5 йәш. "Сәләм" иртә үҫеш мәктәбенә йөрөйөм, һүрәт төшөрөргә, бейергә, сит телдәр өйрәнеү менән шөғөлләнәм. Үскәс ветеринар булырға хыялланам, сөнки аттарҙы бик яратам.
Нурания Килдейәрова. Әбйәлил районының Буранғол ауылынан.
“Миңә – 4 йаш. Йырларга, шигыр һөйләргә яратам. Әхирәттәрем менән ҡурсаҡ уйнарға уларға кисен әсәйемдән әкиәттәр уҡытырға яратам”.
Илгинә Кәримова. Архангель районының Ҡыҫынды ауылынан.
“Миңә – 5 йәш. Ғаиләбеҙҙә биш бала. Уйынсыҡтар менән уйнайым, бигерәк тә йомшаҡ ҡуянымды яратам. Апайымдар, туғандарым менән төрлө уйындар уйнайбыҙ”.