+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Сентябрь , 09:01

Рәшит Шәкүрҙең китабы донъя күрәсәк

Әле күренекле ғалим һәм яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең «Халыҡ ижады хазиналары» тип аталған китабы баҫыуға әҙерләнә.

Рәшит Шәкүрҙең китабы донъя күрәсәк
Рәшит Шәкүрҙең китабы донъя күрәсәк

Әле күренекле ғалим һәм яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүрҙең «Халыҡ ижады хазиналары» тип аталған китабы баҫыуға әҙерләнә. Авторы, төҙөүсеһе — әҙип үҙе. Йыйынтыҡҡа ул уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан башлап халыҡ араһында йөрөп, шулай уҡ бүтән төрлө сығанаҡтар аша йыйған йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, йыр-көй тарихтары, әкиәттәр, мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, көләмәстәр, эпик әҫәрҙәр тупланған. Авторҙың фольклор экспедициялары тураһындағы яҙмалары «Юлдар миңә йырҙар бүләк итә» тигән исем аҫтында айырым бүлек итеп бирелгән. Проекттың етәксеһе — Рәшит Шәкүрҙең өлкән ҡыҙы, Башҡорт фольклоры фәнни-тикшеренеү үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Шәүрә Шәкүрова. Китап Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан «Ғалим-остаз, фольклорсы Рәшит Шәкүровтың ярты быуатлыҡ яҙыу дәфтәрендә тупланған халыҡ ижады хазиналары» проекты сиктәрендә баҫыласаҡ. Әле әҙерләнгән йыйынтыҡтан ике йырҙы тәҡдим итәбеҙ.

ӨРШӘК БУЙЫ

Иртән генә тороп тышҡа сыҡҫам,

Өршәкәй ҙә ята күгәреп.

Өршәкләргә ҡарап бер йырланым,

Уйларымды йыраҡ ебәреп.

Өршәкәй ҙә буйы ла бит, эй, күбекәй,

Ағып та ғына килә бит әллә нәмәкәй.

Ағып та ғына барған күбек кеүек

Үтеп кенә бара бит беҙҙең ғүмеркәй.

Өршәкәй ҙә буйы ҡырлы ҡамыш,

Ҫыҙылып-моңайып килә бер тауыш.

Шул тауышҡайларҙы уйлай-уйлай,

Башҡайыма төштө моң-ҫағыш.

Рәшит Шәкүр 1969 йылдың 6 ноябрендә тыуған төйәгендә — Стәрлетамаҡ районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында туғандарҙың байрам табынында яҙып алған.

ӨРШӘК БУЙЫ (Вариант)

Өршәк буйыҡайлары борол-борол,

Бороллары ҫайын бер йылыу.

Ҫөйгән йәркәйләре уңған булғас,

Йөгерә-атлай килә бер ҫылыу.

Өршәк буйыҡайлары ҡырлы ҡурай,

Ҡырлы ҡурай башы — буҙ турғай.

Шул турғайлар кеүек ҫайрар инем,

Тел асҡысы бирҫә бер Хоҙай.

Рәшит Шәкүр 1960 йылда әсәһе Мәсрүрә Харрас ҡыҙы Шәкүрова-Смаҡованан (1895 йылда тыуған) яҙып алған.

Сығанаҡ: https://kurultai.ru/ba/content/4249-skoro-vyjdet-v-svet-kniga-rashita-shakura/ 

Рәшит Шәкүрҙең китабы донъя күрәсәк
Рәшит Шәкүрҙең китабы донъя күрәсәк
Автор:
Читайте нас: