Файҙалы, сөнки халыҡ фермерҙар килтергән тәмле ризыҡтарҙы күпләп алды. Балсылар бал һатты. Үҙ тауарҙарын алып, 46 фермер хужалығы, 41 умартасы килгән.
Тармаҡ етәкселәре үҙ кәңәшмәләрен үткәргән, проблемалар тураһында һөйләшкән.
Ә балаларға иң оҡшағаны – туңдырма. Фестивалде үткәреүселәр халыҡты 40 мең дана стаканлы туңдырма менән бушлай һыйлаған, 1 тоннанан ашыу һөттө бушлай эсергән.
Сығанаҡ: Башинформ.