+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2024, 06:16

"Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсы Өфөлә үтә

"Йөрәгемде балаларға бирәм" тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсы – өҫтәмә белем биреү өлкәһендәге иң күләмле һәм мөһим профессиональ конкурс.

"Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсы Өфөлә үтә"Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсы Өфөлә үтә
"Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсы Өфөлә үтә

Президент иғлан иткән Ғаилә йылында өҫтәмә белем биреү уҡытыусылары араһындағы иң мөһим, күләмле сараларҙың береһе - "Йөрәгемде балаларға бирәм" исемле профессиональ конкурс. Уның тарихы бай - сирек быуаттан ашыу инде ул үҙ эшенең оҫтаары булған педагогтарҙы берләштереп, иң яҡшы эш алымдарын тотош илгә таратарыға ярҙам итә.  

Быйылғы конкурстың йомғаҡлау өлөшө Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә үтә. Бында үткән йылғы конкурстың абсолют еңеүсеһе Татьяна Воробьева йәшәй. 

Шуға ла быйылғы өҫтәмә белем биреү өлкәһе педагогтары араһында ойошторолған һөнәри оҫталыҡ бәйгеһенең федераль этабы 23 - 27 сентябрҙә Башҡортостанда үтә. Финалда Рәсәйҙең 42 төбәгенән 90 уҡытыусы ҡатнаша. 

26 сентябрҙә 9 номинация буйынса еңеүселәр исемлеге билдәле буласаҡ. 

Конкурсты ойоштороусылар – Рәсәй Мәғариф министрлығы, Дөйөм Рәсәй мәғариф профсоюзы.

"Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсы Өфөлә үтә
"Йөрәгемде балаларға бирәм" конкурсы Өфөлә үтә
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас