XEC омикрондың ике аҫтөрөнән хасил булғанға билдәләре омикрон вариантынан әллә ни айырылмай: бер аҙ температура күтәрелә, тамаҡ ауырта, йүткертә, еҫ-тәм тойоу юғала, ашағы килмәй, тән һыҙлай, баш ауырта, танау тона, арығанлыҡ баҫа.
XEC осрағы тәүге тапҡыр июнь айында Германияла теркәлә. Уға тиклем Италияла табыла, тик GISAID дөйөм базаһына мәғлүмәт сентябрҙә генә индерелә. Бынан тыш, XEC Европаның тағы бер нисә илендә табылған.
Ковидтың элекке төрҙәре лә баш ҡалҡытты. 23 сентябргә Башҡортостанда 254 осраҡ теркәлгән. 72 кеше дауаханаға һалынған.
Коронавирус йоҡтороуҙан һаҡланыу сараларын (маска, йыш ҡул йыуыу, күмәк кешеле урындарға бармау һ.б.) онотмағыҙ.
Фото: Башинформ.