Ошо уҡ колледж студенты Данис Дияров та финалда һәйбәт кенә һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Ул “Виртуаль донъялар эшләү” компетенцияһында ҡатнашҡан. Замирҙың кәңәшсе-тәрбиәсеһе – Елена Рушманова, Данисты Татьяна Тиханова әҙерләгән.
Беренселектең финалы Бөйөк Новгород ҡалаһында үткән.
Юғары технологиялар чемпионаты Рәсәйҙә икенсе тапҡыр үткәрелә. Уны Рәсәй Мәғариф министрлығы ойоштора. Сара яңы профессияларҙы һынау майҙаны булып тора. Ҡатнашыусыларҙы күрер өсөн илдең төрлө компаниялары вәкилдәре килгән. Улар үҙҙәренә буласаҡ хеҙмәткәрҙәрҙе күҙләй.
Чемпионатта өлкән синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнаша. Быйылғы ярышта Рәсәй генә түгел, башҡа илдәрҙән дә ҡатнашыусылар булған.
Ярышыусылар 12 инновацион компетенция буйынса көс һынашҡан. Еңеүселәргә аҡса приздары ла ҡаралған: 1-се урынға – 300 мең, 2-се урынға – 200 мең, 3-сө урынға – 100 мең һум.
Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, Чемпионат программаһына индерелгән компетенциялар исемлеге:
«Агроботтар (агророботтар)», «Технологик процестарҙы диспетчерлау», «Оптоэлектроника», «Бирелмәләрҙе анализлау белгесе (BI-аналитик)», «Бизнес өсөн цифрлы мөмкинлектәр», «Виртуаль донъяларҙы эшләү», «Реабилитацияның мехатрон системаларын (экзоһөлдәләр) эшләүсе », «Мобиль уйындар эшләүсе», «Сәнәғәт роботтарын монтажлау һәм хеҙмәтләндереү», «Электрон компоненттарҙың һәм системаларҙың ыҡсым моделдәрен синтезлау», «Аҡыллы йорт системалары » һәм «Комплекслы пилотһыҙ системаларҙа яһалма аң технологиялары».
Һүрәттәрҙә: Замир Равилов (социаль селтәрҙәр); Чемпионатты ябыу тантанаһы (Алексей Павлуцких фотоһы).