Проект авторҙары ата-әсәләр араһында үткәрелгән һорашыу һөҙөмтәһендә йәнһүрәттәрҙе тәржемәләүгә тотонорға булған. Һорашыуҙан күренеүенсә, балаларҙың иң яратҡан шөғөлө – йәнһүрәт ҡарау.
Айтишниктар махсус программа эшләй. Ул рөхсәт ителгән ютуб-каналдарҙан контент йөкләй, үҙе үк тәржемә итә һәм тауышландыра аласаҡ. Проект BashYouTube тип атала.
Һәр персонаж үҙ тауышлы булһын өсөн дубляж яһаусылар йәлеп ителеүе мөмкин. Программа, интонацияны һаҡлап, тауышты үҙгәртеберәк яңғыратасаҡ.
Шулай итеп, башҡорт теле балалар ғәҙәтләнгән йәнһүрәттәр, интернет, гаджеттар донъяһына инәсәк.
BashYouTube проекты 2024-2025 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.
Проектты эшләүселәрҙән Айгиз Ҡунафин әйтеүенсә, тәржемәле йәнһүрәттәрҙе ҡарау өсөн браузерға киңәйткес ҡуйып алырға кәрәк буласаҡ.
Сығанаҡ: Башинформ.