Башҡортостан программистары һынатмай. Бөйөк Новгород ҡалаһында Юғары технологиялар чемпионаты үтте. Бер майҙансыҡта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән студенттар илебеҙҙә импортты алмаштырыуҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк асыштарын тәҡдим итте. Һәләтле йәштәрҙе берләштергән турнирҙа Туймазы дәүләт юридик колледжының «Мәғлүмәт системалары һәм программалау» йүнәлеше студенттары лайыҡлы сығыш яһаған.